наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан
ҡурҡыу кәрәк!Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күккә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.
Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ-дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
Алтынға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алда бороп, төн көн булмай.
Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.