«ял», «буш ваҡытты ирекле үткәреү» («досуг, свободное времяпровождение») мәғәнәләрендә
ҡулланылған, һуңыраҡ «буш ваҡыттағы шөғөл» тигәнде аңлата башлаған: мәҫәлән, Платон халыҡты буш ваҡытында йыйған һәм үҙенең тәжрибә һәм белеме менән уртаҡлашҡан. Ә беҙҙең эраның 100-се йылдарында был һүҙ «уҡыу», «философтар әңгәмәһе» тигәнде аңлата башлаған. Башҡортсаға «мәктәп» тип тәржемәләнгән «школа» һүҙе урыҫ теленә түгел, ә латин теленән (лат. schola) үҙләштергән поляк теле (пол. szkoła) аша килеп ингән.- йәш быуынға дөйөм белем, тәрбиә бирә торған уҡыу йорто һәм ул урынлашҡан бина; башланғыс һәм урта белем бирә торған уҡыу йорто.