Слайд 3
Мифтахетдин Аҡмулла
(1831-1895)
1. .Ай,Аҡмулла, Аҡмулла,
халыҡ күргән хаҡ мулла,
Яйыҡ буйла,
Дим буйла
халҡың яҙмышын уйла” .Ҡәҙим Аралбай.
2.Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Сәсән телле бер мулла.
Яһилға һин дау мулла,
Халҡыңа һин аҡ мулла.
Ф.Рәхимғолова
Слайд 4
Һүҙлек эше.
Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура.
Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.
Слайд 6
Сығыштар:
М.Аҡмулланың сығышы,ата-әсәһе.
Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы;мәҙрәсәлә уҡыған осоро.
Аҡмулла
халыҡ араһында
Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре.
Аҡмулла исемен мәңгелләштереү.
Слайд 7
М.Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлы, биография шаҡтай ҡатмарлы.
Ул 1831 йылдың 14 декабрендә (яңы стиль - 26)
Үҙ әсәһе Бибиөммөгөлсөм бик йәшләй үлеп киткәс, Аҡмуллаға бөтә ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә.
Слайд 8
Мифтахитдин бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып
үҫә. Әсәһе үлгәс,үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен,һыйҙырмауҙарын да
кисерә.Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә:”оятымдан ҡара яндым хатта”тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта,мәҙрәсәнән ҡасып,тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяғ бармаҡтарын да өшөтә.
Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була
Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра,тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара,шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә,Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына
Слайд 9
Миәкә районының Туҡһанбай ауылы
Атаһы –Камалетдин
Әсәһе-
Бибиөммөгөлсөм
Слайд 10
Атаһында уҡый-Ябалаҡтамаҡ –Мәнәүезтамаҡ-Әнәс-Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый
Стәрлебаш
мәҙрәсәһендәге
таҡтаташ
Слайд 11
1850 йылдарҙа тыуған ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер
аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй.Әммә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йәмәғәте йәшләй
генә вафат булып ҡала.Мифтахетдин ,шул сәбәпле булһа кәрәк,ауылда төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдың аҙағында, атаһы өйҙә юҡ саҡта атын,тунын рөхсәтһеҙ алып,ил гиҙеп сығып китә
Слайд 12
Аҡмулла-уҡытыусы,шағир,балта оҫтаһы.
Слайд 14
.1895йылдың 8октябрендә Аҡмулла Миәс ҡалаһы эргәһендә төн үткәреү
өсөн туҡтала.Шул ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.М.Аҡмулланың тынғыһыҙ
ғүмере шулай өҙөлә.Уны Миәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяратына күмәләр.
Слайд 15
Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнә
Слайд 16
1981йылда Туҡһанбайҙа Аҡмулланың йорт-музейы асыла.
Слайд 18
Мәңге йәшәй халыҡ күңелендә
-Заһир Исмәғилев “Аҡмулла “
операһы яҙған.
-Наил Ғәйетбаев “Аҡмулланың аҡ төндәре” драмаһын яҙған.
-
Ғәзим Шафиҡов “Аҡмулла” исемле повесть яҙған.
- Я.Хамматов Аҡмуллаға арнап “Һырдарья”исемле роман яҙҙы.
- Рәшит Шәкүр, Әхәт Вилданов кеүек ғалимдар Аҡмулланың ижадын халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды.
- Розалия Солтангәрәева, Ҡәҙим Аралбаев, Факиһа Туғыҙбаева Аҡмуллаға арнап ҡобайыр, шиғырҙар яҙғандар.
Һуҡырҙар өсөн Аҡмулланың шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Слайд 19
1981 йылда Туҡһанбай ауылында Мифтахетдин Аҡмулла музейы асылды.
1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары
менән М.Аҡмулла исемендәге премия булдырылды.
“Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө.
Шағирҙың тыуыуына 150 йыллығын билдәләгән көндәрҙә уның Миәстәге ҡәбере өҫтөнә аҡ мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйылды. Өфөләге БДПУ Аҡмулла исемен йөрөтә
Слайд 21
Аҡмулла исемендәге премия лауреаттары
Шәкүров Рәшит Зәкир улы
Вилданов Әхәт
Ханнан улы
Солтангәрәева Розалия Әсфәндәр ҡыҙы
Басыров Зөлфәт Рәүф улы
Сәхәүетдинова Роза
Хәйҙәр ҡыҙы
Абдуллин Риф Мөҙәрис улы
Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы
Исмәғилов Заһир Ғәриф улы
Мәғәзов Азат Шәйехйән улы
Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы
Зарипов Хәкимйән Сарьяр улы
Иҙелбаева Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
Хамматов Яныбай Хаммат улы
Шәғәлиев Рамаҙан Нурғәли улы- 2008й.
Слайд 23
Аҡмулла көндәре,уҡыуҙары үткәрелә.
Слайд 24
Үҙе тере саҡта бер генә китабы сыға :1892
йылда -“Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”
Цитаталы план
1-се ҡиммәт нәмә - иман
Ахирәт эштәренә инан тигән.
2-се ҡиммәт нәмә - күңел
Күңеле боҙоҡ кешенән төңөл тигән.
3-сө ҡиммәт нәмә - аҡыл
Аҡылһыҙҙа аҡыл яғы таҡыр тигән.
4-се ҡиммәт нәмә - шөкөр
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк- көфөр тигән.
5-се ҡиммәт нәмә - әҙәп
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп тигән.
6-сы ҡиммәт нәмә - сабыр
Сабыр кеше моратын табыр тигән.
7-се ҡиммәт нәмә - ихлас
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ тигән.
Слайд 27
План
1-се ҡиммәт нәмә - иман
2-се ҡиммәт
нәмә - күңел
3-сө ҡиммәт нәмә - аҡыл
4-се ҡиммәт нәмә
- шөкөр
5-се ҡиммәт нәмә - әҙәп
6-сы ҡиммәт нәмә - сабыр
7-се ҡиммәт нәмә - ихлас