Мин үҙемдең тикшеренеү эшемдә был шәхестең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ни тиклем эш башҡарыуын, ниндәй ауыр һәм фажиғәле ғүмер итеүен һәм, әлбиттә, уҡымышлылығын иҫбатларға тырыштым. Уның ижадын өйрәнеп, уның йәшәү маҡсатын һәм ниндәй уйҙар борсоуын белергә теләнем.